07:06 (UTC+5), 19 Октября 2011

Өфө халҡы матбуғат баҫмаларына ташламалы хаҡтар менән яҙылыу мөмкинлегенән әүҙем файҙалана

Әлфиә Шәрәфетдинова
Әле Бөтә Рәсәй гәзит-журналдарға яҙылыу декадаһы бара. Яҙғы һәм йәйге яҙылыу кампаниялары осоронда йылына ике тапҡыр ойошторолоусы традицион акция 13 октябрҙә старт алды һәм 23-өнә тиклем дауам итәсәк. Ни бары ошо көндәрҙә теләге булғандар 2012 йылдың беренсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға ташламалы хаҡ менән яҙыла ала. Ташламалар редакцияларҙа ла, почталарҙа ла ҡаралған.
Отошло тәҡдимдән файҙаланырға теләүселәр аҙ түгел. Мәҫәлән, Өфөнөң Орджоникидзе районында Колхоз баҙары алдындағы майҙанда бер нисә сәғәт барған «Матбуғатҡа яҙылыусы көнө» акцияһында 120-нән ашыу кеше яратҡан баҫмаларына яҙылған.
— Ҡала һәм республика баҫмалары бүләктәр әҙерләне, күргәҙмәләр ойошторҙо, үҙенең баҫмаларын бушлай таратты, ә почта хеҙмәткәрҙәре каталогта тәҡдим ителгән бихисап баҫмалар араһынан иң кәрәклеләрен һайлап алырға ярҙам итте, яҙылыу варианттары буйынса консультациялар алып барҙы, яңы гәзит-журналдар менән таныштырҙы, — тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.
Ошондай саралар Дим, Калинин райондарында ла ойошторолдо. Сиратта – Совет районы, унда 21 октябрь «Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө» тип иғлан ителгән. Акция 10.00 - 15.00 сәғәттәрҙә Үҙәк баҙар алдындағы майҙанда үтәсәк. Был көндәрҙә Башҡортостандың башҡа ҡалалары һәм райондарында ла ошондай саралар бара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика