07:35 (UTC+5), 19 Октября 2011

Ғафури районында Жәлил Кейекбаевтың хәтер кисәһе үтте

Тимур Рәхмәтуллин
Билдәле башҡорт төркиәтсеһе, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуына арналған сараға әҙерлек сиктәрендә ғалимдың тыуған ере – Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында хәтер кисәһе үтте. Уны «Сәйетбаба» тарих-мәҙәниәт үҙәге һәм ауыл китапханаһы ойошторҙо.
Музей директоры Ғиндулла Шәйәхмәтов менән «Сәйетбаба» үҙәге мөдире Рәзим Мәүлетҡолов сәләмләү һүҙе һәм Жәлил Кейекбаев тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт менән сығыш яһаны, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына тарих-мәҙәниәт үҙәге методисы Рәүилә Лоҡманова.
Ғалимдың яҡташтары, ауыл ағинәйҙәре, Жәлил Кейекбаевҡа туған тейеш кешеләр – 83 йәшлек Мәүлиҙә Фәтҡуллова һәм 78 йәшлек Роза Суфьянова профессор һәм уның бала сағы, йәшлек йылдары һәм фән тауына нисек үрләүе тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Улар йәнә ғалим яратҡан башҡорт йырҙарын башҡарҙы. Ауыл клубы артистары концерт номерҙары әҙерләне.
Ауыл китапханасыһы Гөлшат Вәлиева күренекле яҡташтары тураһында стенд һәм уның тураһындағы китаптарҙан күргәҙмә әҙерләгән. Шулай уҡ Жәлил Кейекбаев тураһындағы китаптарҙан күргәҙмә-сауҙа ла ойошторолдо.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика