Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
-0.02
91.12
-0.38
70.69
+2.05
21+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Октябрь 2011, 17:50
Баймаҡ районында «Минең күп милләтле республикам» фестиваленә әҙерлек бара
Баймаҡ районының Темәс ауылында «Минең күп милләтле республикам» балалар фестивале үтәсәк, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире Нур Күлмырҙин.
— Балалар өсөн әҙерләнгән фестиваль Башҡортостан Республикаһында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы сиктәрендә беҙҙә үткәрелгән сараларҙың һуңғыһы буласаҡ, - тип билдәләне ул.
Байрам ваҡытында республика халыҡтары мәҙәниәтен «Ғилмияза» фольклор коллективы тәҡдим итәсәк. Нур Күлмырҙин һүҙҙәренсә, фестиваль 2011 йылдың декабрь айында үтәсәк.
Автор:
Тимур Рәхмәтуллин
Теги:
милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы
тарихи-мәҙәни үҙәк
Читайте нас: