06:29 (UTC+5), 14 Октября 2011

15 октябрҙә Өфөлә «Авто-мото донор» акцияһы сиктәрендә ҡан тапшырырға була

Әлфиә Шәрәфетдинова
Автоуҙыш «Авто-мото донор» бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Өфөлә алдағы шәмбе, 15 октябрҙә үтәсәк. Донорлыҡ хәрәкәтенә һәр теләүсе үҙ өлөшөн индерә ала.
— Йәмәғәтселек иғтибарын донорҙар ҡаны етмәү проблемаһына йүнәлтеү маҡсатында уҙышта ҡатнашыусылар ҡаланың үҙәк урамдары буйлап үтәсәк, - тип һөйләне Рәсәй автомобиль хужалары федерацияһының Башҡортостандағы төбәк вәкиле Линар Хәбирйәнов.
«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, автомобиль колоннаһы 9.00 сәғәттә «Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайынан старт аласаҡ, Беренсе май, Конституция, Комаров урамдары, Октябрь проспекты, Әй, Баҡалы, Кувыкин, Батыр урамдары буйлап үтеп, Республика ҡан тапшырыу станцияһы янында туҡталасаҡ. Унда барлыҡ теләүселәр ҙә ҡан тапшыра аласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика