Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Октябрь 2011, 12:32

Уҡытыусыларҙың эш хаҡына бәйле һорауҙар буйынса федераль ҡыҙыу линияға мөрәжәғәт итергә мөмкин

17 октябрҙә уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡына бәйле мәсьәләләр буйынса «ҡыҙыу линия» эшләй башлаясаҡ. Ул «Бөтә Рәсәй педагогтар йыйылышы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы һәм РФ Мәғариф һәм фән министрлығы менән ойошторолған. Уҡытыусылар «ҡыҙыу линияға» шылтыратып, эш хаҡын иҫәпләүгә бәйле һәр һорауына тулы мәғлүмәт ала аласаҡ.
Бөтә Рәсәй педагогтар йыйылышының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, телефон линияһы Владимир Путиндың дөйөм белем биреүҙең төбәк системаларын яңыртыу һәм уҡытыусыларҙың эш хаҡын күтәреүгә бәйле башланғыстарын тормошҡа ашырыуҙы тикшереү маҡсатында ойошторола.
Ҡыҙыу линия 9 - 18 сәғәттәрҙә (Мәскәү ваҡыты менән) көн һайын (шәмбе һәм йәкшәмбенән тыш) эшләйәсәк. Телефон: 8-499-152-67-61.
Автор: Эльмира Сабирова
Читайте нас