Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.65
+0.24
92.68
-0.07
68.87
-0.24
14+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Октябрь 2011, 13:13
Рәсәйҙә иң һөйкөмлө журналист ҡатын-ҡыҙ һайланасаҡ
Киң мәғлүмәт сараларында эшләүсе гүзәл заттар ҡәләм оҫталығы түгел, ә һөйкөмлөлөк һәм матурлыҡ буйынса көс һынашасаҡ конкурс «Леди-Жур» тип атала. Бәйгелә ҡатнашырға теләүселәр фотоһүрәттәрен һәм үҙҙәре хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт ебәрергә тейеш. Фотоһүрәттәр конкурсты ойоштороусы сайтында урынлаштырыласаҡ, улар өсөн тауыш биреү мөмкинлеге буласаҡ. Йыл аҙағында жюри ағзалары иң күп тауыш йыйған ун ике ҡыҙ араһынан еңеүсене һайлаясаҡ. Финалға сығыусылар дипломдар һәм иҫтәлекле билдәләр менән бүләкләнәсәк.
Башҡортостандың Журналистар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурста ҡатнашыусылар араһында республиканың киң мәғлүмәт саралары һылыуҙары ла бар. Союз яҡташтарыбыҙ өсөн әүҙем тауыш бирергә, шулай уҡ журналистика өлкәһендә эшләүсе гүзәл заттарҙы бәйгелә ҡатнашыу өсөн 1977serg@inbox.ru адресына үҙҙәренең фотоһүрәттәрен ебәрергә саҡыра.
Автор:
Әлфиә Шәрәфетдинова
Теги:
конкурстар
киң мәғлүмәт саралары
журналистика
Читайте нас: