Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Октябрь 2011, 14:03
Тәтешле районында удмурт фольклор ансамбле булдырылған
Башҡортостандың Тәтешле районында «Яңы Тәтешле» удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге нигеҙендә фольклор вокал-инструменталь ансамбле булдырылған, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире Антонида Шәйбәкова.
Коллектив төрлө музыка ҡоралдарында уйнаған 8 музыканттан тора. Төркөм составында – Тәтшле районының удмурт ауылдары кешеләре.
— Коллективҡа исем бирелмәгән әле, - тип билдәләне Антонида Шәйбәкова. - Әммә уның ирҙәр коллективы булыуы аныҡ билдәле, улар үҙҙәре уйнай, йырлай, бейей ҙә. Төркөм тик удмурт көйҙәрен башҡармаҡсы.
Фольклор ансамбленең премьераһы ошо көндәрҙә уҙғарылған «Халыҡтар дуҫлығы бәйләме» фестивалендә үткән. Музыканттар концерт номерҙары менән Башҡортостанда һәм унан ситтә лә сығыш яһарға уйлай.
Автор:
Тимур Рәхмәтуллин
Теги:
милли мәҙәниәт
тарихи-мәҙәни үҙәк
Читайте нас: