10:20 (UTC+5), 12 Октября 2011

Сибайҙа «Мәктәп-балалар баҡсаһы» белем биреү комплексы асылды

Эльмира Сабирова
Республика көнө алдынан Сибайҙа «Мәктәп-балалар баҡсаһы» белем биреү комплексы асылды. Яңы бина ҡаланан алыҫ булған Арҡайым биҫтәһендә урынлашҡан. Был хаҡта Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр. Ведомствонан асыҡлауҙарынса, комплекс асылыуын халыҡ ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Бында меңдән ашыу йәш ғаилә йәшәй, күбеһенсә - балалары булған йәш ғаиләләр. Яңы бинаға нигеҙ 2010 йылда һалынған.
— 150 урынлыҡ башланғыс белем биреү мәктәбен һәм балалар баҡсаһын асыу Арҡайым биҫтәһенең социаль проблемаларын хәл итеүҙә йәнә бер аҙым, - тине Сибай хакимиәте башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы сәйәси советы секретары Хәлит Сөләймәнов. – 20 йыл элек булдырылған биҫтәлә хәл итерлек мәсьәләләр етерлек әле. Уларҙың береһе балаларға мәктәпкәсә белем биреүгә ҡағыла ине. Һәм бөгөн был мәсьәлә хәл ителде.
«Балалар баҡсалары - балаларға» проекты сиктәрендә быйыл «Көнсығыш» биҫтәһендә 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә башлауы хаҡында ла хәбәр итте ул. Бынан тыш, 2012 йылға республика адреслы инвестицион программаһына 140 урынлыҡ йәнә бер мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы индерелгән. Шулай уҡ Сибайҙа 110 урынлыҡ «Сулпылар» балалар баҡсаһы реконструкцияланасаҡ.
Арҡайым биҫтәһендәге белем биреү комплексы республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һәм Дәүләт Думаһының «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы депутаттары ярҙамында төҙөлгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика