Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.65
+0.24
92.68
-0.07
68.87
-0.24
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2011, 15:50

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларын тапшырҙы

Дүшәмбе, 10 октябрҙә, Республика Йортонда Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Уларҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тапшырҙы.
Республика башлығы бөгөн Башҡортостандың ғорурлығы булған кешеләрҙе тәбрикләүҙәрен билдәләне.
— Һеҙ республикабыҙҙың иң алдынғы вәкилдәре, һеҙ бер Башҡортостандың ғына түгел, иң элек кешеләрҙең мәнфәғәтендә эшләйһегеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. — Хеҙмәтегеҙ граждандарҙың етеш тормошон тәьмин итеүгә, халҡыбыҙ йәшәйешен еңелерәк, ҡыҙыҡлыраҡ итеүгә, иҡтисад өлкәһендәге хәрәкәтте һиҙелерлек һәм даимиға әйләндереүгә йүнәлтелгән. Мин, һис шикһеҙ, эшегеҙ өсөн рәхмәтлемен, һеҙҙең кеүектәрҙең, яуаплы, белемле, компетентлы, үҙ эшенә мөккибән бирелгән кешеләрҙең күберәк булыуын теләйем. Илдең иң яҡшылары араһында Башҡортостан вәкилдәренең булыуы, Рәсәй Федерацияһы Президентының эшегеҙҙе юғары баһалауы һәм хеҙмәтегеҙҙең ошондай наградалар менән билдәләнеүе минең өсөн бик мөһим. Һеҙ йәштәр өсөн өлгө булып тораһығыҙ, һәм һеҙгә ҡарап, әгәр кеше эшен бирелеп башҡара икән, күп нәмәгә өлгәшеп була, тип әйтергә мөмкин.
Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Игорь Тверяков пиджагының ҡайтармаһына Почет орденын элде. Игорь Львович – Һуҡырҙар спорты федерацияһының, Рәсәй йыйылма командаһының өлкән тренеры, йөҙөү буйынса Рәсәй йыйылма командаһын әҙерләү үҙәгенең өлкән тренеры.
— Был минең генә наградам түгел – ул команданың уртаҡ бүләге, — тине Игорь Тверяков. – Ләкин беҙ наградалар өсөн эшләмәйбеҙ. Рәсәйҙе сит илдә лайыҡлы күрһәтеү, беҙҙең турала хөрмәт менән һөйләүҙәре – төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе. Беҙ барыбыҙ ҙа патриоттар һәм дәүләтебеҙҙе яратабыҙ. Ә ситкә киткәндәр улар илдән китмәй, ә аҡса артынан китә. «Ҡайҙа тыуғанһың, шунда кәрәк булырға» тигәнде оноторға ярамай. Юғары һөҙөмтәләр күрһәтеп, үҙ эшеңде яҡшы, профессиональ кимәлдә башҡарырға кәрәк.
«Һәләкәткә осраусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалын Президент Рөстәм Хәмитовтың ҡулынан Граждандарҙы һаҡлау сараларын тәьмин итеү хеҙмәте дәүләт учреждениеһы бүлеге начальнигы Михаил Илюшин алды. Былтыр июлдә ул ун бер йәшлек ике малайҙы һыуҙан ҡотҡарған.
— Былтыр ныҡ эҫе булды, мин Ағиҙелдә балыҡ тота инем. Шул ваҡыт батып барыусы ике малайҙы күреп ҡалдым. Шунда уҡ улар артынан сумдым. Һыуҙан сығарғанда, береһе аңында ине, ә икенсеһе күпләп һыу йотҡан. Яһалма тын алдырып, тиҙ ярҙам саҡырттым.
Михаил Илюшин балаларҙы ҡоҡарыуын ғәҙәти эш тип иҫәпләй.
— Ошондай бихисап осраҡтар халыҡҡа билдәһеҙ булып ҡала, — ти ул. – Бында малайҙарҙың ата-әсәләре әүҙемлек күрһәтте һәм нисек тә миңә рәхмәт әйтергә теләне. Минең урында икенсе берәү булһа ла, иманым камил, ул да балаларҙы ҡотҡарырға ташланыр ине.
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы» кеүек юғары исемгә Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы Рөстәм Әхмәтшин лайыҡ булды.
— Был беҙҙең бөтөн коллективыбыҙҙың юғары наградаһы, — тине ул. – Минең өсөн улар иң яҡшыһы. Был дауаханала мин хеҙмәт юлымды башланым, баш табипҡа тиклем «үҫтем». Беҙ яңы һөҙөмтәләргә һәм уңыштарға өлгәшәсәкбеҙ әле, тип уйлайым.
Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Мәхмүт Бикбулатов II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалын алды.
Дуҫлыҡ ордены менән Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы Камил Вәлиев һәм Башҡортостан Республикаһы Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов наградланды.
Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры Сафа Әхмәтов, Башҡорт дәүләт аграр университеты доценты Варис Дусыев, Башҡорт дәүләт университеты проректоры Николай Морозкин, БашДУ профессоры Наил Сөләймәнов «Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре» булды.
Башҡорт дәүләт аграр университетының физик тәрбиә кафедраһы мөдире Александр Рябовҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» исеме бирелде.
Тантана һуңында Рөстәм Хәмитов, «наградалар тапшырыу өлкәһендә генә түгел, тәжрибә, уй-фекерҙәр менән уртаҡлашыу буйынса ла бындай осрашыуҙар даими үткәреләсәк», тине.
Президент бүләкләнгәндәргә тағы бер тапҡыр рәхмәт әйтте һәм уларға республика именлегенә эшләүҙәрен дауам итеүҙәрен теләне.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: