17:32 (UTC+5), 10 Октября 2011

Өфөнөң Якутов исемендәге паркында Республика көнөндә ағастар ултыртыласаҡ

Галина Бахшиева
Өфөнөң матур парктарының береһе – Иван Якутов исемендәге паркта йәнә 50 ағас ултыртыласаҡ. Улаҙы «Балалар хыялы оазисы» ижади киностудияһы балалары һәм ата-әсәләре ултыртасаҡ. Был иҫтәлекле сараны ойоштороусыларҙың береһе – «ЭКА» төбәк йәмәғәт ойошмаһына үҫентеләрҙе Өфө урман хужалығы биргән.
— Иртәгә, 13 сәғәттә, ҡаланың Якутов исемендәге паркында, тантаналы саралар сиктәрендә Өфөнөң «Балалар хыялы оазисы» киностудияһы балалары һәм ололары 50-гә яҡын ағас ултыртасаҡ. Был ағас ултыртыу тантанаһы тураһындағы сюжет «Балалар күҙҙәре менән экология» темаһына арналған әле әҙерләнеп ятҡан документаль фильмға индереләсәк. Декабрҙә уны Мәскәүҙә йыл һайын үткәрелеүсе «ЭКОчашка» халыҡ-ара экологик кино фестивалендә күреп була, - тип һөйләне «Башинформ» агентлығына «ЭКА» йәмәғәт ойошмаһының төбәктәге етәксеһе Гүзәл Латыпова.
Белешмә өсөн: «ЭКОчашка» халыҡ-ара кинофестивале – Рәсәйҙә тәүге коммерцияға ҡарамаған фестиваль, ул тамашасыларҙы сит ил һәм үҙебеҙҙең ил экологик киноһы менән таныштыра.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика