Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.9
-0.27
91.5
+0.08
69.67
+1.03
19+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2011, 18:03
Башҡорт дәүләт университетында Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең филиалы асылды
Яңы уҡыу йылында республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттарында Башҡортостандағы Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең филиалдары эшләй башланы. Сираттағы бүлексә Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында асылды. Был хаҡта юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр иттеләр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк Рәсәй сәйәсәте мәктәбе киләсәктә Рәсәйҙең яңы сәйәси даирәһен формалаштырыуға һәләтле йәштәрҙе асыҡлау һәм үҫтереү маҡсатында булдырылған. Башҡортостан Республикаһында ла, Рәсәй Федерацияһында ла сәйәси, иҡтисади, социаль һәм мәҙәни өлкәләрҙе яҡшыртыуға йүнәлтелгән идеяларҙы тәҡдим итергә һәм тормошҡа ашырырға һәләтле булған, илдең һәм йәмғиәттең үҫешенә булышлыҡ итергә теләгән йәштәрҙе үҫтереү проект маҡсаттарының береһе булып тора.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
мәғариф
юғары уҡыу йорттары
Читайте нас: