13:15 (UTC+5), 07 Октября 2011

Рөстәм Хәмитов Кама йылғаһы бассейнының һыу ресурстарын файҙаланыу мәсьәләһе буйынса кәңәшмәлә сығыш яһаны

Әлим Фәйезов
7 октябрҙә Пермдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һыу ресурстарын файҙаланыу, Кама йылғаһы бассейнының һыу хужалығы комплексын үҫтереү мәсьәләһе буйынса төбәк-ара кәңәшмәлә ҡатнашты, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте. Ултырыш РФ тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Юрий Трутнев етәкселегендә үтте.
"Һыу ресурстарын һөҙөмтәле ҡулланыуҙан күп нәмә тора, - тип билдәләне Юрий Трутнев. – Был тышҡы матурлыҡ ҡына түгел, һыу транспорты, ауыл хужалығы һәм ғөмүмән иҡтисад торошо ла. Кама-Волга бассейны Рәсәй Федерацияһы өсөн айырыуса әһәмиәткә эйә. Кама бассейны йылғалары буйында 60 миллиондан ашыу кеше йәшәй, Рәсәй Федерацияһының тулайым эске продуктының 50-нән ашыу процентын тәшкил иткән иҡтисад объекттары урынлашҡан".
Кәңәшмәлә Кама бассейнында урынлашҡан гидротехник объекттарҙы финанслауға һуңғы йылдарҙа федераль бюджеттан 3,7 миллиард һум бүленеүе билдәләнде. Был средстволарға, атап әйткәндә, Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә дамба, шулай уҡ Йомағужа һыуһаҡлағысы төҙөлгән. 2020 йылға тиклем Кама йылғаһы бассейны буйынса федераль маҡсатлы программа сиктәрендә һыу хужалығы буйынса сараларҙы финанслауҙың планлаштырылған күләме 17,7 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Башҡортостан Президенты үҙ сығышында һыу мөнәсәбәттәрен көйләү өлкәһендә төбәктәргә өҫтәмә хоҡуҡтар биреүҙе тәҡдим итте. Юрий Трутнев Рөстәм Хәмитовтың Рәсәйҙең һыу хужалығында эштәрҙе яҡшы аңлаған етәксе булыуын билдәләне, сөнки ул Федераль һыу ресурстары агентлығын етәкләгән һәм РФ Һыу кодексын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡан.
— Республиканың һыу ресурстары өс йылға – Обь, Урал, Камаға ҡарай, - тине Рөстәм Хәмитов. – Шулай ҙа республика һыу ресурстарының 90 проценты Кама бассейнына ҡарай. Һуңғы йылдарҙа һыуҙың кәмеүе беҙҙә генә түгел, республика менән сиктәш булған башҡа төбәктәрҙә лә күҙәтелә. Сәнәғәт хужалығы эштәрен алып барыу йәһәтенән дә беҙ ҙур ҡыйынлыҡтар кисерәбеҙ, иҡтисадта ҙур юғалтыуҙар бар. Былтыр ғына һыу етешмәү проблемаһы ауыл хужалығы буйынса бер нисә тиҫтә миллиард һумға зыян килтерҙе. Быйыл уңыштар тейешле кимәлдә, былтырғыға ҡарағанда иген дүрт ярым тапҡырға күберәк йыйылған. Ҡоролоҡтоң, һыу етешмәү проблемаһының нимә икәнен күрҙек.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының Рәсәйҙең эре, ҡеүәтле төбәге булғанға күрә һыуҙы күп күләмдә ҡулланыуын, шуға күрә төбәк өсөн һыу ресурстарының үтә мөһим булыуын билдәләне.
— Республикала булған һыу ресурстарына беҙ бик һаҡсыл ҡараштабыҙ, - тине Президент. – Беҙҙә 216 предприятие һыу менән файҙаланыусы иҫәпләнә. Улар барыһы ла үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Һыу менән файҙаланыусылар өсөн бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ. Беҙ, әлбиттә, һыу хужалыҡтарына ярҙам итергә тырышабыҙ, средстволар бүләбеҙ – үҙебеҙҙең бюджеттан яҡынса 300 миллион һум һыу хужалығына ярҙамға йүнәлтелде. Шул уҡ ваҡытта федераль үҙәктән, әлбиттә, аҡсаны күберәк алабыҙ. Субвенциялар буйынса 2011 йылда федераль бюджеттан республикаға яҡынса 50 миллион һум йүнәлтелде.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика