06:02 (UTC+5), 06 Октября 2011

Баш ҡалала Өфөнөң иң яҡшы уҡытыусыларын тәбрикләнеләр

Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына үҙҙәренең һөнәри байрамына педагогик хеҙмәт ветерандары, баш ҡаланың мәктәп, лицей, гимназия уҡытыусылары, өҫтәмә белем биреү тәрбиәселәре һәм педагогтары саҡырылды. Уларҙың күпселеге күп йылдар дауамында мәктәпкә, уҡыусыларына тоғро ҡала.
Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө менән уларҙы Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев ҡотланы.
— Балаларға белем биреү – бик көсөргәнешле хеҙмәт, - тип уҡытыусыларға мөрәжәғәт итте Өфө мэры. – Донъяла уҡытыусынан да изгерәк, кәрәклерәк һөнәр юҡ. Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ менән һеҙ Рәсәйҙең иртәгәһе көнөнә нигеҙ һалаһығыҙ. Шуға күрә беҙ барыбыҙ ҙа мәғарифтың үҫеше, алға китеүе яҡлы. Бөгөн мәғариф системаһына талаптар арта. Уҡытыусы һәр ваҡыт камиллашырға тейеш, ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа быға тейешле шарттар булдырырға тейешбеҙ.
Артабан ҡала башлығы ҡулынан иң яҡшы педагогтар фиҙаҡәр һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары алды.
Сара аҙағында Павел Качкаев уҡытыусыларға һаулыҡ, сабырлыҡ, именлек, бәхет һәм татыулыҡ теләне.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов та педагогтарҙы байрамдары менән ҡотланы.
— Республиканың конкурентлыҡҡа һәләте, киләсәге күпселек йәһәттән белем кимәленән торасаҡ. Һәм бында төп этәргес көс булып нәҡ уҡытыусылар тора, - тине Рөстәм Ишмөхәмәтов. - Әммә педагогтар яҡшы кимәлдә, ышаныслы эшләһен өсөн уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә кәрәк. Шуға күрә РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин тәҡдим иткән мәғарифты яңыртыу проекты сиктәрендә «Уҡытыусы йорто» һәм «Йәш уҡытыусылар өсөн ипотека» кеүек социаль программаларға күп иғтибар бүленгән.
Рөстәм Ишмөхәмәтов әүҙем тормош менән йәшәгән педагогтарға рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика