08:33 (UTC+5), 05 Октября 2011

Республикала «Коррупцияға ҡаршы көрәшеү – һәр кемдең бурысы» киң мәғлүмәт саралары конкурсы старт алды

Әлфиә Шәрәфетдинова
Башҡортостандың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы һәм республиканың Журналистар союзы иғлан иткән конкурс «Коррупцияға ҡаршы көрәшеү – һәр кемдең бурысы» тип атала. Бәйгелә ҡатнашыуға төбәктең бөтә төр киң мәғлүмәт саралары – баҫма матбуғаты, интернет-баҫма, радио һәм телевидение вәкилдәре саҡырыла. Йомғаҡтар һәр категория буйынса айырым яһаласаҡ. Жюри 2011 йылдың 1 ғинуарынан 30 ноябренә тиклем сыҡҡан материалдарҙы ҡабул итә.
Мәғлүмәттәрҙең актуаллеге һәм дөрөҫлөгө, власть органдары, бизнес, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм граждандарҙың аныҡ коррупцион схемалары хаҡында мәғлүмәттәрҙең булыуы, шулай уҡ коррупцияның барлыҡҡа килеү сәбәптәрен һәм шарттарын сағылдырған анализдың булыуы конкурс эштәренә баһа биргәндә күҙ уңында тотоласаҡ.
Һәр номинацияла өсөшәр призлы урын ҡаралған. Беренсе урынға сығыусы авторҙар йәки авторҙар коллективы – 18000 һум күләмендә, икенсе урын яулаусылар – 9000 һум күләмендә, өсөнсө урын алыусылар 5000 һум күләмендә премия аласаҡ.
Материалдар 1 ноябрҙән 30-ына тиклем Башҡортостан Республикаһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығында (450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45) ҡабул ителә. Конкурс һөҙөмтәләре 9 декабрҙә - Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнөндә иғлан ителәсәк, ә еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы 2012 йылдың ғинуарында үтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика