18:41 (UTC+5), 04 Октября 2011

Уҡытыусылар көнө алдынан Башҡортостанда иң яҡшы педагогтар бүләкләнде

Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин
Уҡытыусылар көнө алдынан БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов донъя йөҙөндә иң абруйлыларҙан һаналған һөнәр эйәләренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар араһында мәғариф учреждениелары етәкселәре, мәктәп, вуз, колледж, техникум, лицей уҡытыусылары ла бар. Уларҙың күбеһе үҙенең эшендә инновацион мәғариф технологияларын файҙалана, үҙҙәренең педагогик методикаларын эшләп сығара.
Ведомство башлығы үҫеп килеүсе быуынға белем һәм тәрбиә биргән педагогтарҙың әһәмиәтен билдәләп, уларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы.
— Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт, — тине Әлфис Ғаязов. — Педагог булыу — ул юғары бурыс.
Ул йәнә, дәүләт уҡытыусы хеҙмәтен һәр ваҡыт тейешенсә баһаламай, шулай ҙа һуңғы йылда төбәктә педагогтарҙың матди хәлен яҡшыртыу өсөн күп нәмә эшләнде, тип билдәләне.
— Уҡытыусыларҙың эш хаҡы быйыл республика буйынса уртаса күрһәткескә — 16,5 мең һумға етте, — тине Әлфис Ғаязов. – Киләһе йыл башында ул 19 меңгә етергә тейеш. Беҙ был йүнәлештә артабан да эшләйәсәкбеҙ.
Уның әйтеүенсә, төбәктең мәғариф системаһын үҫтереүгә федераль үҙәктән 712 млн һум аҡса күсерелгән, тағы 111 млн – республика бюджетынан бүленгән.
«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» кеүек юғары наградаға лайыҡ булған 11 кеше араһында Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы Флүзә Фәтҡуллина ла бар. Ул башҡорт филологияһы һәм журналистика факультететында, рус филологияһы кафедраһында уҡыта һәм 25 йылдан ашыу тел ғилеме менән шөғөлләнә.
— Ҙур кластарҙа мине рус теле һәм әҙәбиәте буйынса бик яҡшы педагог уҡытты,— тип хәтерләй Флүзә Ғабдулла ҡыҙы. — Ул үҙенең предметына ҙур һөйөү уятты, һәм мин бер шикһеҙ филология факультетын һайланым. Беренсе курста мине БашДУ-ның атаҡлы профессорҙары Васильев, Ибраһимова, Ғайсина уҡытты. Тап шул ваҡытта тел ғилеме менән етди ҡыҙыҡһына башланым һәм әле лә шөғөлләнәм.
Флүзә Фәтҡуллина әллә күпме арҙаҡлы уҡыусылар сығарған. Әле ул 17 кандидатлыҡ һәм бер докторлыҡ диссертацияларының ғилми етәксеһе. Дүрт дәғүәсе уның етәкселегендә рус теле буйынса кандидатлыҡ эшен яҡлаған.
«Башҡортостан Респубикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» исеменә Башҡорт дәүләт университетының тағы бер профессоры — Марат Йомағолов лайыҡ булды.
Биш педагог Башҡортостан Респубикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы исемен алды, икәүһе – «БР Мәғариф отличнигы» билдәһе, өс педагог БР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән наградланды.
Өфө районы Алексеевка ауылы дөйөм белем биреү мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ирина Бебко, бүләген ҡулына алып, уҡытыусы – һөнәр түгел, ә йәшәү рәүеше, тине.
— Яҡшы уҡытыусы булыр өсөн үҙ фәнеңде һәм уҡытҡан балаларыңды яратырға кәрәк, — тип өҫтәне ул.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика