07:25 (UTC+5), 04 Октября 2011

Республика мосолмандары Диниә назаратының Танышыу клубы ярҙамында 100 ғаилә ҡоролған

Тимур Рәхмәтуллин
Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге менән булдырылған Танышыу клубы ярҙамында 100 пар ғаилә ҡорған. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына клуб етәксеһе Марат Атйетәров хәбәр итте.
— Бер нисә мең кеше анкета тултырҙы, бының менән улар үҙҙәренең икенсе яртыһын табыу теләген белдерҙе, - тине етәксе. – Танышырға теләүселар араһында Башҡортостан һәм Рәсәй төбәктәренән генә түгел, БДБ илдәре, Канада, Төркиә, Малайзия, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән дә кешеләр бар.
Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге етәкселеге клуб ағзалары өсөн бергәләп сәй эсеү, спорт һәм мәҙәни саралар, саф һауала йөрөү, тәбиғәттә ял итеү ойоштора. Был арала йәш мосолмандар таныша, аралаша һәм һөҙөмтәлә ғаилә ҡора. Никах уҡытҡандан һуң, йәш ғаиләләр ЗАГС-та теркәлергә тейеш.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге ҡарамағындағы Танышыу клубы 2009 йылдың йәйендә булдырылған. Бында егет һәм ҡыҙҙар тейешле анкета тултырып, бер диндәге, тормошҡа ҡарашы уртаҡ булған тормош иптәшен осратыу мөмкинлегенә эйә була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика