Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2011, 13:56

Өфөлә «Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт. Ирәмәл-2011» акцияһы һөҙөмтәләре буйынса фотокүргәҙмә асыла

«Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт. Ирәмәл-2011» халыҡ-ара акцияһы һөҙөмтәләре буйынса фотокүргәҙмә 4 октябрҙә Башҡортостандың Милли музейында асыласаҡ. Күргәҙмәлә Рәсәйҙең, Башҡортостандың, шулай уҡ Иран, Төркиә, Италияның иң яҡшы фоторәссамдары республиканың Урал аръяғы тарихы менән үҙ эштәре аша таныштырмаҡсы. Атап әйткәндә сарала Урал аръяғы халҡының көнкүрешен, мәҙәниәтен һәм йолаларын сағылдырған фотоһүрәттәр тәҡдим ителә. Акцияны ойоштороусылар фекеренсә, был «Ирәмәл» милли тәбиғәт паркы биләмәһендә эко- һәм этнотуризмды ойоштороу мөмкинлеген ентекле өйрәнергә мөмкинлек бирәсәк.
Күргәҙмә Рәсәйҙең Фоторәссамдары союзына 20 йыл тулыу айҡанлы үткәрелә. Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге акцияны һәм фотокүргәҙмәне ойоштороусылар булып сығыш яһай.
Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас: