Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Октябрь 2011, 15:05

Өфөлә оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн ҡыҙыу линия ойошторола

«ИНДИГО» ҡала психологик-медик-социаль ярҙам үҙәге «Оло йәштәге граждандарға, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандарына, инвалидтарына социаль-хоҡуҡи ярҙам» темаһына ҡыҙыу линия ойоштора.
Ул шишәмбе, 4 октябрҙә, 14 - 16 сәғәттәрҙә үтәсәк. Телефон: 8 (347) 223-22-11.
Консультанттар сифатында Өфө хакимиәтенең Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү идаралығы баш белгесе Зилә Шаймөхәмәтова һәм «ИНДИГО»үҙәгенең юрисконсульты Александр Мухин сығыш яһаясаҡ.
Автор: Эльмира Сабирова
Читайте нас