Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.84
-0.24
97.89
+0.44
68.46
-0.01
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Сентябрь 2011, 13:59

Өфөлә «Берҙәмлектә - көс!» башҡорт дискотекаһы үткәрелә

Өфөлә «Берҙәмлектә - көс!» башҡорт дискотекаһы үткәрелә башланы. Уны ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостандың йәш яҡташтар ойошмалары ассоциацияһы. «Бульвар» трактирында («Аҡбуҙат» ипподромы) үткәрелгән йәштәр сараһы сәләмәт тормошто пропагандалау, милли мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыу һәм үҫеп килгән быуынды рухи-әхлаҡи йәһәттән тәрбиәләү маҡсаттарын күҙ уңында тота.
Ҡунаҡтар алдында башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһай, төрлө конкурстар үткәрелә. Шулай уҡ бында «Иң яҡшы йәш яҡташтар ойошмаһы – 2011» конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтәсәк. Бынан тыш, сарала милли ризыҡтан да ауыҙ итеп була.
Автор:Тимур Рәхмәтуллин
Читайте нас: