18:57 (UTC+5), 29 Сентябрь 2011

Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы ректоры Александр Дегтярев Юрий Сенкевич исемендәге премияға лайыҡ булды

Әлим Фәйезов | фото: Азат Ғәфүров
Туризм өлкәһенең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре 27 сентябрҙә, Бөтә донъя туризм көнөндә, билдәле сәйәхәтсе Юрий Сенкевич исемендәге премия менән тәбрикләнде. Тантаналы сара Мәскәүҙең «Президент-Отель» бинаһында үтте.
2011 йылда премияға дәғүә итеүселәрҙән илдең 44 субъектынан туроператорҙар, музейҙар, ҡунаҡханалар, туризм хаҡында яҙған киң мәғлүмәт сараларынан 164 заявка ҡабул ителгән. Наградалар 22 категория буйынса тапшырылды.
Иң күп заявкалар киләһе номинациялар буйынса бирелгән: «Иң яҡшы төбәк музейы», «Балалар һәм үҫмерҙәр туризмын үҫтереү өсөн», «Туризм һәм Рәсәй буйлап сәйәхәт ҡылыу тураһында иң яҡшы мәҡәлә өсөн», «Иң яҡшы туристик комплекс» һәм «Рәсәй төбәктәренең туристик ресурстарын әүҙем үҫтереү». Тәжрибәле жюри ағзалары тарафынан һайлап алынған лауреаттар һәм дипломанттар исемдәре аҙаҡҡаса сер итеп тотолдо.
Абруйлы премия лауреаттары араһында Башҡортостан Республикаһы вәкиле лә бар - Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы ректоры, профессор Александр Дегтярев, ул «Туризм буйынса белем биреүҙе үҫтереү өсөн» номинацияһында еңеү яуланы. Башҡортостан исеменән сығыш яһаған лауреатты тармаҡтың федераль структуралары етәкселәре һәм башҡа төбәктәрҙән хеҙмәттәштәре йылы тәбрикләне, сөнки Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының туристик ресурстарға бай булған төбәктә туризм индустрияһын формалаштырыуға һәм үҫтереүгә индергән өлөшө киң билдәле, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең ижтимағи-сәйәси бүлеге начальнигы Азат Ғафуров.
Милли туристик премия 2002 йылда Туризм буйынса федераль агентлыҡ тарафынан туристик индустрияны үҫтереүҙә ҡаҙаныштарҙы дәртләндереү, хеҙмәтләндереү сифатын арттырыу, Рәсәйҙең бөтә төр туризмын үҫтереү маҡсатында булдырылған. Бер йылдан уға билдәле сәйәхәтсе, ғилми хеҙмәткәр һәм 123 илдә булған тележурналист Юрий Сенкевич исеме бирелгән.
Премия йола буйынса 1979 йылда Бөтә донъя туристик ойошмаһының Генераль ассамблеяһы тарафынан булдырылған 27 сентябрҙә билдәләнгән Бөтә донъя туризм көнөнә ҡарата бирелә.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика