10:25 (UTC+5), 29 Сентября 2011

Башҡортостан Халыҡ-ара Аксаков байрамында ҡатнашыусыларҙы ҡаршылай

Эльмира Сабирова
Быйыл Халыҡ-ара Аксаков байрамы яҙыусының тыуған көнө алдынан, 30 сентәбрҙә, башланасаҡ. Шуның менән бергә, быйылғы байрамды ошо уҡ көндө үтәсәк Башҡортостан рустарының икенсе соборына тура килтереп үткәрергә ҡарар ителгән.
Байрамда ҡатнашыу өсөн республикаға Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм сит илдәрҙән ҡунаҡтар киләсәк. Атап әйткәндә, Аксаковтарҙы хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн Өфөгә Болгария, Татарстан һәм Силәбе өлкәһе вәкилдәре саҡырылған. Улар иҫәбендә Рәсәй Космонавтика федерацияһының ҙур делегацияһы ла бар.
Ҡанаҡтарға бай эстәлекле программа әҙерләнгән. Саралар бөтә республикала үтәсәк, шулай ҙа төп байрам саралары ғәҙәттәгесә Өфө, Бәләбәй ҡалаларында һәм уларҙың райондарында ойоштороласаҡ.
Аксаков көндәре Сергей Тимофеевич Аксаковтың ҡартатаһының әүәлге Ҡасим ауылындағы именияһында башланасаҡ (Шакша биҫтәһе). Бында баш ҡаланың балалар ижади коллективтары сығышы көтөлә.
Артабан 11-се Аксаков гимназияһында байрам ҡунаҡтары менән ойошторолған традицион Аксаков дәресен үткәреү ҡаралған. Дәрес һуңында Силәбе өлкәһе Трехгорный ҡалаһының С.Т.Аксаков исемендәге Үҙәк балалар китапханаһының «Асыҡ китап» театры «Ал сәскә» спектаклен күрһәтәсәк.
Ошо уҡ көндө Өфөләге Сергей Аксаков мемориаль йорт-музейында Аксаков фонды Попечителдәр советы ағзаһы һәм меценат Вячеслав Аброщенко йыйған картиналарҙың бер өлөшөнән әҙерләнгән күргәҙмә асыласаҡ. Был көндө йәнә «АФ-Банк»тың операцион залында «Аксаковтың тыуған ере» күргәҙмәһе эшләй башлаясаҡ.
Байрамға Өфө команда йылға училищеһы уҡыусылары ла ҡушылырға тейеш, унда судноға поляр тикшеренеүсе Валериан Альбанов исемен биреү тантанаһы үтәсәк.
30 сентябрҙә кисен Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында студенттарҙың йыл һайын ойошторолған Аксаков балы һәм Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фонды дипломдарын, студенттарҙың Аксаков премияларын тапшырыу тантанаһы үтәсәк. Бынан тыш, хоҡуҡ өлкәһендә Аксаков исемендәге премия лауреатына конкурс һәм «С.Т.Аксаковтың донъя мәҙәниәтендәге мираҫы» интернет-конкурсы, шулай уҡ «Ал сәскә» өсөнсө асыҡ төбәк-ара әҙәби конкурсы еңеүселәре лә наградланасаҡ. Бүләкләү тантаналарынан һуң ошонда уҡ Башҡортостандың сәнғәт оҫталарының гала-концерты буласаҡ.
Өфөлә башланған Аксаков көндәрен «Надеждино» тарихи-мәҙәни үҙәгендәге (Бәләбәй районының Надеждин ауылы), Бәләбәй ҡалаһы, Ҡырмыҫҡалы районы һәм Өфө районының Зубов ауылындағы саралар дауам итәсәк.
Шулай итеп, 1 октябрҙә Бәләбәй районында «Фатихалы ер» фольклор байрамы үткәреләсәк, Дмитрий ғибәҙәтханаһында әруахтар рухына аяттар уҡыласаҡ. Шунда уҡ байрамда ҡатнашыусылар Аксаковтар ғаиләһе музейында һәм Кәсеп-һөнәрҙәр йортонда буласаҡ. Бәләбәй ҡалаһында иһә 1 октябрҙә «Өмөт ҡыңғырауҙары» кисәһе ойоштороласаҡ.
Өфө районында байрам саралары – ҙур фольклор байрамы — йәкшәмбе, 2 октябрҙә, Зубов ауылында үтәсәк. Ошо уҡ көндө Аксаков хөрмәтенә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Ҡыйышҡы ауылы халҡы ла байрам ойоштора.
Аксаков байрамы 2 октябрҙә Өфөләге Мемориаль йорт-музейында «Байрам ҡунаҡтары Сергей Аксаковта ҡунаҡта» кисәһе менән тамамланасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика