07:39 (UTC+5), 28 Сентября 2011

Өфө районының Ҡыҙылъяр ауылында «Ғаилә усағы» байрамы үтте

Тимур Рәхмәтуллин
Ҡыҙылъяр ауылы китапханаһында «Ғаилә усағы» байрамы үтте. Уны ойоштороусылар - «Ҡыҙылъяр» рус тарихи-мәҙәни үҙәге, ауылдың урта мәктәбе, Ҡыҙылъяр Мәҙәниәт йорто. Ике ғаилә - Ступиндар һәм Ҡудашевтар - өйгә бирелгән эштә һәм конкурс-уйын программаһында үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.
Сараны ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, байрамда рус һәм татар халыҡтарының барлыҡ көнкүреш үҙенсәлектәре, нескәлектәре сағылды. Ул оло Шәжәрә байрамы алдынан үткәрелде.
Конкурста ҡатнашыусылар нәҫелдәре, ғаиләлә булған ҡыҙыҡлы ваҡиғалар хаҡында һөйләне. Ступиндарҙың Ҡыҙылъярҙа ауылға нигеҙ һалынғандан алып йәшәүҙәре асыҡланды. Ә Ҡудашевтар ғаиләһе Ҡыҙылъярға 35 йыл элек Бүздәк районынан күсеп килгән. Һан яғынан урыҫтар өҫтөнлөк иткән ауылға килеүҙәренә ҡарамаҫтан, Ҡудашевтар татар халыҡ йолаларынан һәм ғөрөф-ғәҙәттәренән ситләшмәй.
Ғаиләләр менән танышҡандан һуң, конкурстар һәм төрлө уйындар үткәрелде. Байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бүләктәр алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика