Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.47
0
92.28
0
66.75
-0.05
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Сентябрь 2011, 16:00

Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуған ерендә моделле китапхана асыла

Бөгөн Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуған ерендә, Ишембай районы Көҙән ауылында, моделле китапхана асыласаҡ. Ауыл халҡы өсөн ул мәғлүмәт интеллект-үҙәге буласаҡ. Был Башҡортостанда 88-се моделле китапхана. Уны асыу тантанаһында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Азат Ибраһимов яңы мәғлүмәт үҙәге мөдиренә халыҡ өсөн асыҡ китапхананың Модель стандартына тап килеү сертификатын тапшырасаҡ. Башҡортостан Милли китапханаһынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл аҙағына тиклем республикала йәнә 65 «өлгөлө китапхана» асыу планлаштырыла.
Автор:Әлим Фәйезов
Читайте нас: