11:09 (UTC+5), 27 Сентября 2011

Беҙҙең импровизаторҙар Ҡаҙағстандағы фольклор фестивалендә уңышлы сығыш яһаны

Ҡаҙағстан Респубикаһының Ҡыҙыл Орда ҡалаһында ТӨРКСОЙ ярҙамында «Деде-Ҡорҡот һәм Бөйө дала моңо» халыҡ-ара фольклор фестивале үтте, унда Сибай Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгенең фольклор буйынса белгесе Асия Ғәйнуллина һәм үҙешмәкәр артист Баязит Ғәйнуллин ҡатнашты. Фестиваль сиктәрендә шулай уҡ «Төрки халыҡтарының традицион музыкаһы: хәҙерге торошо һәм киләсәге» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы ла үткәрелде. Конференцияның пленар ултырышында Асия Ғәйнуллина «Өзләү сәнғәте йәки башҡорттар көнкүрешендә өзләү» доклады менән сығыш яһаны. Фестиваль дауамында Башҡортостандан килгән импровизаторҙар «Урал батыр», «Аҡһаҡ ҡола», «Ҡара юрға»,«Ҡуңыр Буға» һәм «Алпамыша» эпостарынан өҙөктәр башҡарҙы. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына БР Мәҙәниәт министрлығының ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһындағы вәкиле Әхәт Сәлихов хәбәр итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика