15:13 (UTC+5), 26 Сентября 2011

Башҡортостан делегацияһы ТӨРКСОЙ ағзаһы илдәре мәҙәниәт министрҙарының даими советы ултырышында ҡатнашты

Әлим Фәйезов
Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Камила Дәүләтова етәкселегендәге республиканың рәсми делегацияһы ТӨРКСОЙ ағзаһы илдәре мәҙәниәт министрҙарының даими советы ултырышында ҡатнашты.
Совет ТӨРКСОЙ ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеиновтың эшмәкәрлеге тураһындағы отчетты тыңланы һәм раҫланы. Ойошма секретарының мөҙҙәте тамамланыуына бәйле ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары ҡайтанан һайланды. Дюсен Касеиновтың мөҙҙәте оҙайтылып, ул 2011-2014 йылдарға яңынан ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары итеп һайланды. Ойошманың ваҡытлыса координаторы итеп Төркиә Республикаһының мәҙәниәт һәм туризм министры Эртугрул Гюнай һайланды.
Билдәле Рәсәй төркиәтсеһе, тәүге хакас профессоры Николай Катановтың тыуыуына 150 йыл тулыуы айҡанлы, Совет 2012 йылды Николай Федорович Катанов йылы тип иғлан итеү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Делегация башлыҡтары сәнғәт күргәҙмәһен асыу тантанаһында ҡатнашты, уның дауамында башҡорт рәссамы Земфира Ғәлимованы сәнғәт үҫешенә индергән өлөшө өсөн ТӨРКСОЙ премияһы менән наградлау тантанаһы үтте. Премия лауреаты исеменә ул 2010 йылда Истанбулда үткән һәм билдәле төрөк рәссамы Осман Хәмди Бей иҫтәлегенә арналған рәссамдарҙың халыҡ-ара ижади лабораторияһы һөҙөмтәләре буйынса лайыҡ булғайны. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына БР Мәҙәниәт министры вәкиле хәбәр итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика