Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
-0.02
91.12
-0.38
70.69
+2.05
20+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь 2011, 12:27
Ял көндәре Башҡортостанда йылы буласаҡ
Башҡортостанда алдағы ял көндәре йылы булмаҡсы. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәте буйынса, шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә һауа температураһы көндөҙ республиканың ҡайһы бер райондарында плюс 16 градусҡа тиклем етәсәк. Төндә көҙгөсә һалҡын – дүрттән ете градусҡа тиклем йылы буласаҡ. Ел көнбайыштан, талғын.
Шәмбе, 24 сентябрҙә, ямғырҙар көтөлмәй. Йәкшәмбе, 25 сентябрҙә, яуым-төшөм ихтималлығы төбәктә 55-70 процент тәшкил итәсәк. Киләһе аҙнала республикала көндәр һалҡынса һәм ямғырлы буласаҡ.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
һауа торошо
Читайте нас: