12:39 (UTC+5), 22 Сентября 2011

Республикала «ИННОВА-2011» форумы өсөн иң яҡшы йәштәр инвестиция проекттары билдәләнде

Эльмира Сабирова
26-28 сентябрҙә Өфөлә үтәсәк йәштәрҙең «ИННОВА-2011» инновация форумында 21 проект тәҡдим ителәсәк. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Ведомствонан асыҡлауҙарынса, ойоштороу комитетына медицина, төҙөлөш, агросәнәғәт һәм яғыулыҡ-энергетика комплексы, нефть сығарыу һәм химия сәнәғәте, мәғариф, мәҙәниәт, приборҙар эшләү, логистика өлкәһендә йәмғеһе 83 йәштәр инновация проекты тәҡдим ителгән.
— Жюри ағзалары 21 иң яҡшы старт-ап һайлап алды, улар форум күргәҙмәһе нигеҙен тәшкил итәсәк һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовҡа, шулай уҡ потенциаль инвесторҙарға тикшереүгә ебәреләсәк. Бынан тыш, был проекттар «ИННОВА-2011» тәүге йәштәр инновация форумы йыйынтығына индереләсәк, - тип хәбәр иттеләр матбуғат хеҙмәтенән.
Форум һөҙөмтәләре буйынса биш авторға проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн средстволар бүленәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика