Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Сентябрь 2011, 14:19

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан юлдаш телевидениеһы коллективын 10 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы

21 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан юлдаш телевидениеһына 10 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән байрам кисәһендә ҡатнашты. Сара Конгресс-холл бинаһында үткәрелде, ә Салауат Юлаев исемендәге майҙанда йәштәр өсөн программа ойошторолдо.
Конгресс-холдың концерт залында БЮТ хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың хеҙмәттәштәре, Башҡортостан телевидениеһы ветерандары, власть органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыйылғайны.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БЮТ коллективын юбилейы менән ҡотланы һәм телеканалға юғары баһа бирҙе.
— Ун йыл – ул ысынлап та ҙур срок. Көндәр менән иҫәпләгәндә, 3650 көн килеп сыға. Сәғәт менән иҫәпләгәндә, тәүлегенә 10 сәғәт эшләгәндә - 36 меңдән ашыу сәғәт. Ә һеҙҙең коллективта тәүлегенә 20-шәр сәғәт эшләгән кешеләр ҙә бар. Хатта ки 25-шәр сәғәт эшләгәндәр ҙә бар! Был бик ҙур һандар. Улар һеҙҙең изгелекле, ғәҙел, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ менән тулыландырылған, - тине Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы БЮТ хеҙмәткәрҙәренең үҙҙәре өсөн түгел, ә Башҡортостан халҡы һәм беҙҙең ҙур илебеҙ – Рәсәй өсөн эшләүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Һеҙ халыҡ өсөн эшләгән хеҙмәткәрҙәр. Был бик мөһим, - тип иҫәпләй Президент. Шулай уҡ ул телевидение хеҙмәткәрҙәренең конкуренция мөхитендә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сәғәт һайын уларға нисек итеп тапшырыуҙы ҡыҙығыраҡ итеү, яңы тамашасыларҙы йәлеп итеү хаҡында уйларға кәрәк.
— Һеҙ яңы киң мәғлүмәт саралары менән дә конкурентлыҡ итәһегеҙ, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Кем кемде еңеүе билдәле түгел әле. Интернет, беҙ белмәгән башҡа төрлө мәғлүмәт тапшырыу саралары сәхнәгә сыға. Беҙ яңы технологияларҙы отоп ала белергә, заманаға яраҡлаша белергә тейешбеҙ.
Республика Президенты Башҡортостан телевидениеһының кешелекле булыуына иғтибарын йүнәлтте һәм БЮТ каналында күңелле, эскерһеҙ, профессиональ йәһәттән оҫта эшләнгән балалар тапшырыуҙарын нығыраҡ яратыуы хаҡында әйтте.
Рөстәм Хәмитов БЮТ хеҙмәткәрҙәренә тәү сиратта эскерһеҙ һәм ғәҙел булыуҙарын теләне.
— Әгәр шулай булһағыҙ, кешеләр һеҙҙе ҡараясаҡ, һеҙгә ышанасаҡ һәм һәр ваҡыт һеҙҙең менән буласаҡ, - тине Президент.
Бынан һуң «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәренә почетлы исемдәр тапшырылыуы хаҡында иғлан ителде. Рөстәм Хәмитов Башҡортостан юлдаш телевидениеһының дүрт хеҙмәткәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Мәғлүмәт тапшырыуҙары баш редакцияһының режиссер-монтажлаусыһы Гүзәл Әхмәҙиева, режиссер Булат Кәримов һәм телеоператор Рәмил Хәйруллин «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе» исеме күсмә телевизион ҡоролмалар цехы начальнигы Фәнис Кәримовҡа бирелде.
Бының менән Башҡортостан юлдаш каналының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен ҡотлау һәм бүләкләү тамамланманы. Республиканың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов ҡайһы бер БЮТ хеҙмәткәрҙәренә министрлыҡтың Почет грамоталарын тапшырҙы. Ә сәхнә оҫталары тамашасыларға матур концерт номерҙарын бүләк итте.
Юбилей билдәләүселәр үҙҙәре лә тамашасыларға бүләк - «БЮТ каналында бер көн» тип аталған телевизион кисә әҙерләгән ине. Йола буйынса уны «Сәләм» иртәнге каналының ижади коллективы асты.
Автор:Любовь Колоколова | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: