08:43 (UTC+5), 20 Сентября 2011

Татарстанда - Башҡортостан мәҙәниәте көндәре

Әлфиә Әһлиуллина
22 - 30 сентябрҙә Татарстанда Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәре үткәрелә. Мәҙәниәт көндәрен асыу тантанаһы кесаҙна, 22 сентябрҙә, М.Йәлил исемендәге Татар дәүләт академия опера һәм балет театрында үтәсәк.
«Башинформ» агентлығына БР Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был көндө унда республиканың ижад оҫталарының концерты үтәсәк. Бынан тыш, театр фойеһында Милли музей фондынан «Башҡорт халҡының матди мәҙәниәте» күргәҙмәһе һәм «Башҡортостан – Евразия ынйыһы» фотокүргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Шулай уҡ башҡорт милли аш-һыуҙарының презентацияһы һәм дегустацияһы, Башҡортостан нәшриәттәрендә сығарылған китаптарҙың, декоратив-ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре изделиеларының күргәҙмә-сауҙаһы үткәреләсәк.
Иртәгәһенә, 23 сентябрҙә, Ҡаҙандың опера һәм балет театры сәхнәһендә Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаясаҡ.
24 сентябрҙә мәҙәни эстафета театр эшмәкәрҙәренә тапшырыла. Уны «Ҡыҙ урлау» комедияһы менән Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры асасаҡ. Спектакль Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театрында ҡуйыласаҡ.
27 -30 сентябрҙә К.Тинчурин исемендәге Татар дәүләт драма һәм комедия театрында Салауат дәүләт башҡорт драма театрының гастролдәре үтәсәк.
Мәҙәниәт көндәрен үткәреү сиктәрендә был арала Татарстан ҡалаларында һәм район үҙәктәрендә лә Башҡортостандың ижади коллективтарының концерттары һәм тамашалары планлаштырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика