07:11 (UTC+5), 20 Сентября 2011

Рөстәм Хәмитов һәм Рәшит Нурғәлиев БР буйынса Эске эштәр министрлығының парадында ҡатнашты

"Башинформ"
20 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Рәсәйҙең эске эштәр министры Рәшит Нурғәлиев Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ойошторолоуына 92 йыл тулыуға арналған парадта ҡатнашты. Тантаналы сара «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда үтте.
Парадта Рәшит Нурғәлиев һәм Рөстәм Хәмитов хеҙмәти бурысын үтәгәндә ҡаһарманлыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәткән полиция хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Республикаһының һәм ведомствоның наградаларын тапшырҙы. Шулай уҡ енәйәттәрҙе асыуға булышлыҡ иткән граждандар ҙа бүләкләнде.
— Республикалағы Эске эштәр министрлығының хоҡуҡ һаҡлау буйынса етди эшмәкәрлеге арҡаһында беҙҙә оператив хәлдәр ҡаты контролдә тотола. Башҡортостанда бөгөн енәйәтселек кимәле — Волга буйы федераль округында иң түбәндәрҙең береһе. Был, һис шикһеҙ, һеҙҙең ҡаҙаныш. Һәм һеҙ алдығыҙға ҡуйылған яуаплы бурыстарҙы хәл итеүегеҙҙе дауам итәһегеҙ. Енәйәттәрҙе асыҡлайһығыҙ һәм иҫкәртәһегеҙ, ҙур профилактик эштәр башҡараһығыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Парадта Өфө полиция гарнизонының шәхси составы ҡатнашты, эске эштәр органдары ҡоралдары иҫәпләнгән махсус, броне- һәм авиатехника күрһәтелде, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика