Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.42
-0.11
92.74
+0.48
67.09
-0.02
13+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2011, 13:39

Өфөнөң Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы «Минең хыялым» конкурсын иғлан итте

Өфө хакимиәтенең Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы ҙур сауҙа үҙәктәренең береһе менән берлектә «Минең хыялым» балалар һүрәттәре конкурсын иғлан итте. Ижади бәйгелә балалар йорттарында, патронат һәм тәрбиәгә алыусы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар ҡатнаша ала.
Ведомствонан асыҡлауҙарынса, эштәр 26 сентябргә тиклем Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 120/1 адресы буйынса ҡабул ителә.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса күргәҙмә ойоштороласаҡ, ул 4 октябрҙә асыласаҡ. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 14 октябргә планлаштырылған.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: