15:54 (UTC+5), 19 Сентября 2011

Республикала йәш журналистар клубы буласаҡ

Өфөлә Башҡортостандың йәш журналистары фестивале күңелле һәм ҡыҙыҡлы үтте. 17 сентябрҙә тамамланған һигеҙенсе слет баш ҡалала республика киң мәғлүмәт сараларының 50 ашыу вәкилен йыйҙы.
Тәүгеләрҙән булып фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов сәләмләне. Уның йәш журналистарҙың онлайн-форумын булдырыу идеяһын сарала ҡатнашыусылар бик ҡыҙыҡлы тип тапты.
— Республикала йәш журналистар клубы булдырыласаҡ, уның төп майҙансығы интернет селтәрендә, йәғни форумда урын аласаҡ, - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе Гүзәл Бикмәтова. – Уның концепцияһын әҙерләү өсөн ике аҙна тирәһе ваҡыт кәрәк буласаҡ.
Төрлө һөнәри конкурстар сиктәрендә хәбәрселәргә үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтергә тәҡдим ителде. Еңеүселәр дипломдар һәм приздар менән бүләкләнде, ә иң һәләтлеләрен төбәктең Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы һәм алдынғы киң мәғлүмәт саралары үҙ «күҙәтеүе аҫтына алды».
— Бындай саралар беҙҙең өсөн бик кәрәкле! Хеҙмәттәштәр менән аралашып, күп ыңғай тәьҫораттар алаһың, артабан да ижади уңыштарға ирешеү теләге тыуа, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Гүзәл Бикмәтова. – Бынан тыш, йәш журналистарға тәжрибәле ҡәләм оҫталары менән осрашыу бик файҙалы.
Йәш хәбәрселәр үҙҙәрен башҡа төрлө ижади өлкәләрҙә лә күрһәтә алды. Конкурста ҡатнашыусылар бейене, шиғырҙар һөйләне, йырланы ла. Баймаҡ районының «Һакмар» гәзите хәбәрсеһе Айгөл Иҙелбаеваның япон телендә башҡарған йыры бөтәһен дә таң ҡалдырҙы.
Йәш журналистарҙың киләһе фестивале теүәл бер йылдан уҙғарыласаҡ. Ойоштороусылар уның яңы форматта, әммә шулай уҡ дуҫтарса мөхиттә үтеүен күҙаллай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика