09:45 (UTC+5), 19 Сентября 2011

Башҡортостандың мәҙәниәт эшмәкәрҙәре Өфөлә Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйыуҙы яҡлап сығыш яһаны

Алик Шакиров
Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре — шағирҙар, яҙыусылар, ғалим-филологтар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар Өфөлә бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйыуҙы яҡлап сығыш яһаны. Улар республика Президенты Рөстәм Хәмитовҡа асыҡ хат менән мөрәжәғәт итте.
— Ағымдағы йыл ТӨРКСОЙ ҡарары менән төрки дәүләттәрендә һәм Татарстан Президенты указы менән Татарстанда Туҡай йылы тип иғлан ителде, — тиелә мөрәжәғәттә. – Һәм был осраҡлы түгел. Сөнки Туҡай бер татар халҡының ғына бөйөк шағиры булып ҡалмайынса, тиҫтәләгән миләттәргә, айырыуса төрки халыҡтарына, яҡтылыҡҡа-мәғрифәткә юл күрһәткән, бихисап әҙәбиәттәрҙең классиктарына остаз һаналған бөйөк зат.
Быйыл Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуына 125 йыл тулыуы Татарстанда һәм Башҡортостанда, Рәсәй Федерацияһының бик күп төбәктәрендә, шулай уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә лә киң билдәләнде. Юбилей сараларын үткәреү сиктәрендә бөйөк шағирға Ҡаҙанда, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Уральскиҙа, Анкарала һәйкәл асылды.
— Үткән аҙнала «Кызыл таң» редакцияһына үткән түңәрәк өҫтәлдә Ғабдулла Туҡайға һәйкәл булырға тейешлеге хаҡында һүҙ ҡуҙғатылыуын да бик урынлы тип иҫәпләйбеҙ, — тиелә асыҡ хатта. – Беренсенән, республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡалала һәйкәлдәрҙең аҙ булыуы, ҡаланың скульптураларға ярлылығы хаҡында бер нисә тапҡыр әйтеп үткәйне. Айырыуса ҡәләм оҫталары ташта, металда етәрлек кимәлдә һынландырылмаған, тип иҫәпләйбеҙ. Икенсенән, Ғабдулла Туҡайҙың башҡорт әҙәбиәте үҫешенә көслө йоғонто яһауы, һәм шуға ла төрлө быуын шағирҙарының һәм яҙыусыларының уны үҙенең остазы итеп һанауы бер кемгә лә сер түгел. Туҡайҙың башҡорт шиғриәте менән ихлас ҡыҙыҡһыныуы, башҡорт йырҙары һәм моңдарынан илһам алыуы, ҡайһы берәүҙәрен хатта көйләп йөрөүе лә билдәле. Өсөнсөнән, киләһе йылдың яҙында Туҡайҙың Өфөгә килеүенә 100 йыл тула. Ике бөйөк шағирҙың, Ғабдулла Туҡай менән Мәжит Ғафуриның дуҫлығы ике ҡәрҙәш халыҡты берләштереүсе, яҡынайтыусы билдәле тарихи сәхифә булып ҡала. Улар бер быуат элек һалған дуҫлыҡ күперҙәре төрлө һынауҙарҙы үтеп, нығый бара. Әҙәбиәттәр дуҫлығы – халыҡтар дуҫлығын нығытыуға һәр быуын үҙ өлөшөн индерергә тейеш.
Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйыу йүнәлешендәге «Кызыл таң» гәзите менән башланған акцияны мөрәжәғәт авторҙары бик ваҡытлы һәм мөһим тип иҫәпләй. Был изге ғәмәлде йәмәғәтселек тә, тейешле ведомстволар ҙа әүҙем яҡлар, тип ышана.
Республика Президентына асыҡ хат «Кызыл таң» гәзитенең бөгөнгө номерында баҫылған. Уға Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжип Асанбаев, республиканың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, филология фәндәре докторҙары, профессорҙар Суфиян Поварисов һәм Әхәт Ниғмәтуллин, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары, шағирҙар Хәсән Назар һәм Ирек Кинйәбулатов, филология фәндәре кандидаты Муса Мөлөков, билдәле публицист Марсель Ҡотлоғәлләмов, яҙыусы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Таһир Ахунйәнов ҡул ҡуйған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика