05:08 (UTC+5), 19 Сентября 2011

Башҡортостан тәржемәселәре Төркиәлә симпозиумда ҡатнашты

Ольга Мортазина
Төркиәнең Ялова ҡалаһында төрки телле тәржемәселәрҙең симпозиумы үтте. Башҡортостандың ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлиховтың хәбәр итеүенсә, республика делегацияһы составында шағир һәм тәржемәселәр Ғәйнислам Ибраһимов, Гөлназ Йәғәфәрова, Фәйрүзә Ғарипова, Лилиә Кәипова бар. ТӨРКСОЙ 2011 йылды Ғабдулла Туҡай һәм Ҡасим Аманжолов йылы тип иғлан иткәнгә күрә, был сара ҡаҙаҡ шағиры Ҡасим Аманжоловтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған.
— Рәсми сығыштарҙан һуң төрлө илдәрҙең вәкилдәре үҙенең туған телендә ҡаҙаҡ шағирының һәм уға арнап яҙылған шиғырҙарҙы уҡып ишеттерҙе, — тип хәбәр итте Әхәт Сәлихов. — Ултырыштарҙа симпозиумда ҡатнашыусылар төрки телдәрҙән төрки телдәргә тәржемә итеүҙәге ҡыйынлыҡтар тураһында докладтар тыңланы, артабан оҫталыҡ класы үтте.
Ойоштороусылар ҡунаҡтарға төрөк һәм ҡаҙаҡ коллективтарының концерттарынан, документаль фильм ҡарауҙан, Анталияның Бурса ҡалаһына экскурсиянан торған мәҙәни программа ла тәҡдим итте.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика