11:02 (UTC+5), 16 Сентября 2011

Башҡортостанда йәш журналистарҙың онлайн-форумы булдырыласаҡ

Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Ю.Кәримов, О.Яровиков
Башҡортостандың йәш журналистарына үҙ-ара әүҙемерәк аралашырға кәрәк. Интернет аша тәҡдимдәр, мәсьәләләр, ҡаҙаныштар менән бүлешеү, тәжрибә уртаҡлашыу, әлбиттә, уңайлыраҡ. Интернет селтәрендә журналистар форумын булдырыу идеяһын бөгөн Йәш журналистарҙың республика форумында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов әйтеп ишеттерҙе.
Бөгөн Өфөлә асылған хәбәрселәр слеты һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә. Ике көнлөк форумға республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан утыҙлаған киң мәғлүмәт саралары исеменән 50-нән ашыу йәш журналист килгән. Көндөң тәүге яртыһында улар Башҡортостандың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы етәкселеге һәм белгестәре, алдынғы киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре һәм хәбәрселәре менән осрашты. Шулай уҡ бөгөнгө программала Матбуғат йортона экскурсия ла ҡаралған. Кискеһен инде ҡатнашыусыларҙы художестволы үҙешмәкәрлек конкурсы көтә.
Конкурстың беренсе көнөнән алған тәьҫораттары менән йәш журналистар «Хәйерле иртә, йәштәр!» конкурсы сиктәрендә бүлешә ала. Мәҡәләләр иртәгә иртәнсәк үк әҙер булырға тейеш. Шулай уҡ 17 сентябрҙә «Йәш булыуы еңелме» һәм «Ҡәләм осонда» конкурстарына ла йомғаҡ яһаласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика