13:52 (UTC+5), 15 Сентября 2011

Өфөлә балалар кардиологияһы буйынса бөтә Рәсәй форумы үтәсәк

Әлфиә Әһлиуллина
Өфөлә 19 - 20 сентябрҙә Наталья Белоконь иҫтәлегенә арналған «Дисциплина-ара бәйләнештәр аспектында балалар кардиологияһы» бөтә Рәсәй семинары үтәсәк. Уны үткәреү урыны итеп Конгресс-холл һайланған.
Балалар һәм үҫмерҙәрҙәге төп йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының дисциплина-ара бәйләнештәре өлкәһендәге ватан һәм бөтә донъя тәжрибәһен дөйөмләштереү — уның төп маҡсаты.
Сарала балалар дауаханаларының һәм поликлиникаларының баш табиптары, балалар амбулатор-поликлиника һәм стоматология бүлексәләре мөдирҙәре, педиатрҙар, балалар кардиологтары, ревматологтар, шифахана белгестәре, шулай уҡ Мәскәү, Новосибирск, Ҡаҙандан һәм башҡа төбәктәрҙән әйҙәүсе белгестәр ҡатнашасаҡ.
Семинар дауамында сарала ҡатнашыусылар балалар һәм үҫмерҙәрҙә күҙәтелгән соматик тайпылыштарҙың «кардиаль битлектәре» кеүек көнүҙәк мәсьәләне тикшерәсәк, кардиаль патологияның метаболик аспекттарына туҡталасаҡ, балалар ревматологияһы мәсьәләһен һәм дисциплина-ара аспекттарҙы ҡараясаҡ.
«Башинформ» агентлығына БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, балалар кардиологияһы буйынса бөтә Рәсәй форумы Өфөлә Рәсәй Балалар кардиологтары ассоциацияһы президиумы ҡарарына ярашлы үткәрелә.
Матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенә ярашлы, төбәктә балаларға кардиологик профилдәге юғары технологик медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса ҙур эштәр башҡарыла.
Республика кардиология диспансерында балаларға ағымдағы йылда йөрәккә 228 операция яһалған, шул иҫәптән бер йәшкә тиклемге балаларға 78 операция эшләнгән, шуларҙың 31-е — 1 айға тиклемге сабыйҙар. Әйткәндәй, дөйөм иҫәптәге операцияларҙың 142-һе яһалма ҡан әйләнеше режимында ғәмәлгә ашырылған.
Республикала балаларға күрһәтелеүсе юғары технологияларға нигеҙләнгән кардиохирургия ярҙамы йыл һайын арта бара, һөҙөмтәлә тыумыштан килгән йөрәктәге физик кәмселек арҡаһында үлгән сабыйҙар һаны кәмей.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика