09:13 (UTC+5), 12 Сентября 2011

Рөстәм Хәмитов Ейәнсура үҙәк район дауаханаһына капиталь ремонт үткәреү планын әҙерләргә ҡушты

«Башинформ» | фото: Рәиф Баҙыҡов
Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Үҙәк район дауаханаһында булды. Учреждение дауахана ҡаласығы биләмәһендә урынлашҡан, өс дауалау һәм өс хужалыҡ корпустары бар. Дауахана 125 урынлыҡ стационар бүлектән, поликлиниканан һәм инфекцион бүлектән тора.
Медицина учреждениеһында Рөстәм Хәмитов Үҙәк район дауаханаһының иң проблемалы урыны – инфекцион бүлеген ҡараны. Ул 1971 йылда төҙөлгән бер ҡатлы иҫке йортта урынлашҡан. Бина 98 процентҡа туҙған, инфекцион ауырыуҙарҙы урынлаштырыу буйынса ул гигиена талаптарына тап килмәй. Бинала эҫе һыу менән тәьмин итеү һәм вентиляция системалары юҡ. Бынан тыш, йылытыу системаһы авария хәлендә. Бүлек бинаһына реконструкция 2006 йылда үткәрелгән.
Рөстәм Хәмитов поликлиника бүлмәләрен дә ҡараны. Ул 1997 йылда төҙөлгән дүрт ҡатлы йортта урынлашҡан. Капиталь ремонт 2006 йылда эшләнгән.
Үҙәк район дауаханаһының стационар бүлеге 1971 йылда төҙөлгән өс ҡатлы йортта урынлашҡан.
Быларҙан тыш, дауахана иҫке медицина ҡорамалдарын яңыртыуға, шулай уҡ уларҙы яңынан һатып алыуға мохтаж.
Рөстәм Хәмитов дауалау учреждениеһы проблемаларын яҙып алды һәм Үҙәк район дауаханаһына капиталь ремонт үткәреү планын әҙерләргә ҡушты. Был маҡсаттарға, алдан фаразлауынса, 10 миллион һум кәрәк буласаҡ.
— Дауаханаға капиталь ремонт үткәреүҙе финанслау планын билдәләргә кәрәк, - тине Рөстәм Хәмитов. – Сроктар буйынса – 2012 йылға иҫәп тотайыҡ.
Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә кадрҙар дефициты проблемаһы ла ҡуҙғатылды. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн Рөстәм Хәмитов йәш белгестәрҙе ауыл еренә йәлеп итеү буйынса республика маҡсатлы программаһын әҙерләргә ҡушты. Ул, атап әйткәндә, торлаҡ алыу һәм ғөмүмән ауылда төпләнеү өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы күҙ уңында тоторға тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика