Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.89
+0.03
90.11
-2.03
65.28
+0.32
16+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Сентябрь 2011, 16:02
«Рәсәй – спорт державаһы» форумында Башҡортостан приздарға лайыҡ булды
Саранскиҙа үткән «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумында физик культура һәм спорт өлкәһендәге милли номинациялар лауреаттары иҫәбенә беҙҙең республика вәкилдәре лә инде. Атап әйткәндә, «Еңеп сығыу» («Преодоление») номинацияһында Ирек Зарипов – «Иң яҡшы спортсы», Әмир Ғүмәров «Иң яҡшы тренер» тип танылды.
Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Юғары спорт оҫталығы әҙерләү үҙәге ҡаҙаныштары ла билдәләнде. Үҙәк «Рәсәй өмөтө» номинацияһында адаптив спортты ойоштороу буйынса иң яҡшыһы тип табылды.
Автор:
Дмитрий Слезин
Теги:
спорт форумдары
наградалар
Читайте нас: