05:38 (UTC+5), 09 Сентября 2011

Виталий Мутко «Хәҙерге спорт. Инновациялар һәм перспективалар» III халыҡ-ара күргәҙмәһендә Башҡортостан экспозицияһы менән танышты

Әлфиә Әһлиуллина
8 - 11 сентябрҙә Саранскиҙа үткән «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумының тәүге эш көнөндә Рәсәйҙең спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры Виталий Мутко «Хәҙерге спорт. Инновациялар һәм перспективалар» күргәҙмәһен ҡараны. Башҡортостан үҙенең экспозицияһы менән министрҙың иғтибарын йәлеп иткән тәүге төбәктәрҙең береһе булды. Бында республика делегацияһы вәкилдәре министрға төбәктә спорттың олимпия һәм паралимпия төрҙәрен үҫтәреү тураһында һөйләне.
Виталий Мутко әйтеүенсә, ул Башҡортостан спортсыларының уңыштары менән бик яҡшы таныш, күптәренә миҙал һәм грамоталарҙы шәхсән үҙе тапшырған. Күргәҙмәлә министр Еңел атлетика буйынса паралимпия уйындарының ун өс тапҡыр чемпионкаһы Рима Баталова менән дуҫтарса әңгәмә ҡорҙо. «Башҡортостанда паралимпия спортының үҫешеүенә ҙур ышаныс бағлайым. Күбеһе һеҙҙең тырышлыҡтан тора, тап һеҙҙең ғәйәт ҙур тәжрибәгеҙ һәм паралимпия еңел атлетикаһы спецификаһын төплө белеүегеҙ, донъя кимәлендәге спортта оло абруйығыҙ паралимпия хәрәкәтен үҫтереү буйынса иң яҡшы ниәттәрҙе бойомға ашырырға ярҙам итәсәк. Паралимпиясыларҙың спорт әҙерлеге үҙәге айырым иғтибарға лайыҡ. Әйҙәгеҙ спорт өсөн бергәләп көрәшәйек!», - тип тәҡдим итте ул беҙҙең данлыҡлы яҡташыбыҙға.
«Башинформ» агентлығына БР Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан вәкилдәре күргәҙмәнең эш программаһында әүҙем ҡатнаша, илебеҙҙең башҡа төбәктәренең спорт тармағындағы ҡаҙаныштары менән таныштырыусы пленар ултырыштарға, ғилми-ғәмәли конференцияларға, семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәргә, дискуссион сессияларға йөрөй.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Рима Баталованан тыш спорт форумында Башҡортостан делегацияһы составында башҡа спортсылар ҙа ҡатнаша: Ванкуверҙа үткән 2010 йылғы ҡышҡы Паралимпия уйындарының дүрт тапҡыр чемпионы Ирек Зарипов (биатлон һәм саңғы уҙыштары), Туринда 2006 йылғы Олимпия уйындарының көмөш призеры Алексей Селиверстов (бобслей), Наганола үткән 1998 йылғы Олимпия уйындарының бронза призеры Павел Мөслимов (биатлон), шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин, БР Юғары спорт оҫталығы әҙерләү үҙәге директоры Евгений Емельянов һәм башҡалар бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика