11:10 (UTC+5), 09 Сентября 2011

Халыҡ-ара матурлыҡ көнөндә Башҡортостанда күп балалы әсәләрҙе ҡотланылар

Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков
Халыҡ-ара матурлыҡ көнөндә Өфөлә күп балалы әсәләрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Бөтә республиканан баш ҡалаға ғаилә усағын һаҡлаусы 58 ханым килде. «Әсәлек даны» миҙалдарын тапшырыу тантанаһын асып, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов, бында биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәйҙәр, ысын мәғәнәһендә бөйөк ҡатын-ҡыҙҙар йыйылған, тип билдәләне.
— Әсәлек миссияһынан да изгерәк миссия юҡ. Ҡатын-ҡыҙ-әсә – ул ғаиләнең йөрәге, — тине Фидус Ямалетдинов. — Тормош ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, ул һәр ваҡыт балаларына һөйөүен һәм иғтибарын бирергә әҙер. Бала табыу һәм уларҙы тәрбиәләү – ғәйәт ҙур хеҙмәт һәм быны баһалап бөтөп булмай. Тормош нигеҙен, һәр йәмғиәт үҫешен тәшкил иткән бар нәмә һеҙҙең ҡулдар, һеҙҙең йөрәгегеҙ аша үтә.
Әйтергә кәрәк, бөгөн республикала 34 меңдән ашыу ғаилә — күп балалы, уларҙа 113 мең самаһы бала тәрбиәләнә. Шуға күрә күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү төбәктең социаль сәйәсәтенең төп өҫтөнлөгө булып тора.
Күп балалы әсәләр араһында эшен һәм балалар тәрбиәләүҙе уңышлы берләштерә алғандар ҙа аҙ түгел. Уҡытыусылар, менеджерҙар, тәрбиәселәр, социаль хеҙмәткәрҙәр — тормошта барыһына ла өлгөрөп булмай, тип иҫәпләгәндәргә матур өлгө.
Баймаҡ районынан Вәсилә Ҡудашева хәләл ефете Ринат менән биш бала тәрбиәләй. Оло улдарына - 21, бәләкәстәренә ни бары ике йәш.
— Ришат, Таңсулпан, Вәзимә, Рәсимә һәм Рәсилә – беҙҙең төп байлығыбыҙ, — ти күп балалы әсә. – Эйе, беҙ үҙебеҙ ҙә күп балалы ғаиләлә үҫтек, шуға күрә ҙур һәм татыу ғаилә тураһында хыялландыҡ. Ирем ныҡ ярҙам итә. Мин бит балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләйем.
Вәсилә ханым әйтеүенсә, балалар – ҡамасау түгел, үҙеңә лә уңышлы эшләргә, балаларҙы ла үҫтерергә мөмкин, һәм барыһы ла бәхетле буласаҡ.
Икенсе әсәйҙең, өфөлө Наилә Тажетдинованың да биш балаһы – дүрт улы һәм бер ҡыҙы бар. Олоһона – 22, кинйәһенә дүрт йәш.
— Ғаиләлә иң мөһиме — балалар ата-әсә һөйөүен тойоп йәшәргә тейеш, — ти Наилә. – Улар миңә генә ярҙам итмәй, бер-береһен дә ҡараша. Быныһы ла ҡиммәт.
Тантананың рәсми өлөшөнән һуң әсәйҙәр өсөн иҫтәлеккә фотоға төшөү һәм сәй табыны ойошторолдо.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика