06:36 (UTC+5), 09 Сентября 2011

«Башҡортостан» милли паркы 25 йыллығын билдәләй

Галина Бахшиева
«Башҡортостан» милли паркы бөгөн үҙенең 25 йыллығын билдәләй. Юбилей саралары программаһында - «Тәбиғәт, фән, туризм» фәнни-ғәмәли конференцияһын һәм II «Башҡортостан» милли паркы дуҫтары фестивален үткәреү.
— Тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләренә властарҙың, бизнес вәкилдәренең һәм ғилми учреждениеларҙың иғтибарын йүнәлтеү, уларҙы аныҡ тәбиғәтте һаҡлау проблемаларын хәл итеүгә, айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларында фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлегенә йәлеп итеү беҙҙең маҡсат булып тора, - тип һөйләне «Башинформ» агентлығына ғилми эштәр һәм экологик-ағартыу эшмәкәрлеге буйынса директор урынбаҫары Лилиә Солтангәрәева.
Саҡырылған ҡунаҡтар араһында – Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы идаралығы, төбәктең Мәғариф министрлығы вәкилдәре, ғалимдар, шулай уҡ федераль һәм республика айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары етәкселәре, хеҙмәткәрҙәре.
«Башҡортостан» милли паркын булдырыуға 25 йыл тулыу айҡанлы Мәләүез районының Нөгөш ауылында иҫтәлекле ылыҫлы аллея ултыртыласаҡ. Байрам сараларының фестиваль программаһына килгәндә, ул да сараларға бай булмаҡсы. Лилиә Солтангәрәева һүҙҙәре буйынса, парк биләмәһендә туристик викторина, Нөгөш һыуһаҡлағысы буйлап экскурсия һәм башҡа саралар ойоштороласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика