Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Сентябрь 2011, 10:15
2011 йылда 250 етем балаға торлаҡ биреләсәк
2011 йылда Башҡортостанда 250 етем бала торлаҡ менән тәьмин ителәсәк. Был хаҡта БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитеты ултырышында сығыш яһағанда белдерҙе.
Мәғариф министры һүҙҙәренсә, етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә быйыл 167 миллион һум бүленгән (республика ҡаҙнаһынан 89 миллион һум һәм федераль бюджеттан 78 миллион).
— 250 самаһы бала быйыл торлаҡ менән тәьмин ителәсәк, — тине Әлфис Ғаязов. — Квадрат метрына 26100 һумдан сығып эш иттек.
Автор:
Тимур Рәхмәтуллин
Теги:
торлаҡ
бр дәүләт йыйылышында
Читайте нас