13:00 (UTC+5), 08 Сентября 2011

«Йәшел муйынсаҡ» матурлыҡ эко-конкурсы финалы Башҡортостан гүзәленең күңелен төшөрҙө

Галина Бахшиева
Рәсәйҙә тәүгә үткәрелгән «Йәшел муйынсаҡ» матурлыҡ эко-конкурсында Мари Иле Республикаһынан Ольга Мурашова еңеүсе булды. Һылыу «ЭКА МИР-2011» бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә ойошторолған был матур конкурстың «йәшел королеваһы» тип танылды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «Йәшел муйынсаҡ» финалына сығыусы Башҡортостан гүзәле Лилиә Ғәләүетдинова еңеүгә өлгәшә алманы.
— Конкурста еңә алмауыма күңелем төштө, әлбиттә. Әммә форумда, шул иҫәптән «Йәшел муйынсаҡ» конкурсында ҡатнашыусылар араһында күп ҡыҙыҡлы кешеләрҙе осраттым. Тирә-яҡ мөхит таҙалығы өсөн яуаплылыҡ тойғоһоноң, тәбиғәт өсөн файҙалы эштәр эшләү теләгенең миндә яңыраҡ ҡына уяныуы өсөн бер аҙ уңайһыҙ ҙа булып китте. Шуға күрә йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан төрлө эко-проекттар менән күптән шөғөлләнгән ҡыҙҙар менән танышыу минең өсөн ҙур ҡыуаныс булды, - тип һөйләне «Башинформ» агентлығына матурлыҡ эко-конкурсы лауреаты Лилиә Ғәләүетдинова.
— Шулай ҙа үҙемдең социаль, экологик проекттарымды тормошҡа ашырыуҙан баш тартырға йыйынмайым, - тип дауам итте башҡорт һылыуы. – Бынан тыш, әлеге ваҡытта мин йәшәгән Октябрьский ҡалаһының тормошона бағышланған мәғлүмәт порталын булдырыу өҫтөндә эшләйем. Быйыл педагогия университетына уҡырға ла индем. Киләсәктә балаларҙы инглиз теленә өйрәтәсәкмен. Сентябрҙән ҡала хакимиәте ҡарамағындағы үҫмерҙәр клубында ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн экология түңәрәген алып барасаҡмын. Бөгөнгө идеяларымдың ҡоро һүҙ генә булып ҡалыуын түгел, ә тормошҡа ашырылыуын теләйем. Һәм был ҡулымдан килер, тип уйлайым.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика