Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
+0.7
98.95
+0.64
83.87
+0.29
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Сентябрь 2011, 16:23

«Версия Башкортостана» гәзитендә сираттағы «ҡыҙыу линия» көтөлә

Көндәлек тормошта тыуып торған бихисап һорауҙарға «Версия Башкортостана» социаль-хоҡуҡи аҙналығы редакцияһында даими үткәрелеүсе «ҡыҙыу линия» барышында яуап алырға мөмкин. Мөхәрририәткә шылтыратҡан уҡыусыларҙың һорауҙарына гәзит ҡунаҡтары – адвокаттар, прокурорҙар, һәр төрлө ведомство хеҙмәткәрҙәре яуап бирә.
Шишәмбе, 13 сентябрҙә, тура бәйләнештә республика прокурорының граждандар ҡабул итеү буйынса өлкән ярҙамсыһы Элина Арманшина һәм БР прокуроры ярҙамсыһы Наталья Рәхмәтуллина тиҙ хоҡуҡи ярҙам күрһәтәсәк.
Хеҙмәт бушлай һәм уның менән теләгән һәр кем файҙалана ала. Бының өсөн 15-17 сәғәттәрҙә (8-347) 272-79-16 телефонына шылтыратырға кәрәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был рубрика – даими, граждандар менән туранан-тура аралашыу айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбелә ойошторола.
«Ҡыҙыу линия»ға мөрәжәғәттәр граждандар, шулай уҡ енәйәт эштәренә бәйле киң даирәләге мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала. Ике сәғәт дауамында ҡабул ителгән һорауҙарға яуаптар «Версии Башкортостана» гәзитенең киләһе һандарында баҫылып сыға. Һорауҙарығыҙҙы гәзиттең 15-се битендә бирелгән купонға ла яҙып ебәрә алаһығыҙ – компетентлы кешенең яуабы менән ул гәзиттең «Һеҙҙең хоҡуҡ» кеүек икенсе даими рубрикаһында баҫылып сығасаҡ.
Автор:Анжелика Ғиззәтуллина
Читайте нас: