09:05 (UTC+5), 08 Сентября 2011

Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов журналистарҙы Теләктәшлек көнө менән ҡотланы

Әлфиә Шәрәфетдинова
Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен Журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө менән ҡотланы. Ул 1958 йылда булдырылған, 8 сентябрҙә осраҡлы ғына билдәләнмәй: 1943 йылдың был көнөндә Германияла Чехословакия журналисы, фашистарға ҡаршы көрәшеүсе яҙыусы Юлиус Фучик язаға тарттырыла. Париж төрмәһендә яҙылған һәм донъяның 70 теленә тәржемә ителгән «Муйында элмәкле килеш репортаж» («Репортаж с петлей на шее») китабы уға донъя кимәлендә танылыу килтерә.
«Дөрөҫлөктө яҡлап, уҡыусыларға һәм тамашасыларға мөһим мәғлүмәт еткерәм тип зыян күргән, бер нигә лә ҡарамай үҙҙәренең фекерен яҡлаған хеҙмәттәштәрен был көндө бөтә донъя журналистары иҫкә ала, - тиелә министр ҡотлауында. – Был иҫтәлекле көндә журналистар үҙҙәренең берҙәмлеген, теләктәшлеген, журналистиканың йәмғиәт алдындағы ролен һәм яуаплылығын аңлауын, үҙҙәренең хоҡуҡтарын яҡлауҙа тәүәккәллеген күрһәтә. Журналистар берләшмәһенең асыҡ була барыуына мин бик шат...».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика