06:30 (UTC+5), 06 Сентября 2011

Владимир Путин яңы эш башлаусы ауыл медиктарына берәр миллион һум аҡса бүлергә тәҡдим итте

Әлфиә Әһлиуллина
РФ Премьер-министры Владимир Путин ауыл ерендә эшләргә ниәтләгән яңы эш башлаусы медиктарға берәр миллион һум аҡса бүлергә тәҡдим итте. Тик улар унда биш йылдан да кәм эшләргә тейеш түгел.
Был хаҡта РФ Хөкүмәте башлығы Череповецта (Вологда өлкәһе) «Берҙәм Рәсәй» партияһы конференцияһында иғлан итте, тип хәбәр итә РБК.
«Аҡсалар һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программалары сиктәрендә бүленәсәк, был яҡынса 11 миллиард һум тәшкил итәсәк», - тигән Премьер-министр һүҙҙәрен килтерә РБК. Владимир Путин һүҙҙәре буйынса, тәү сиратта федераль үҙәк «үҙҙәре ҡыбырлаған һәм медиктарын урынлаштырыу өсөн барыһын да эшләгән» төбәктәргә ярҙам итәсәк.
Владимир Путин фекеренсә, тәҡдим ителгән сара 2012 йылда ауыл ерендә һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре дефицитын (әлеге ваҡытта ул яҡынса 22 мең белгес тәшкил итә) кәм тигәндә ике тапҡырға кәметергә мөмкинлек бирәсәк.
Премьер-министр шулай уҡ Хөкүмәттең льгота менән ҡулланыусыларға дарыу һатып алыу өсөн төбәктәргә 2,3 миллиард һум аҡса бүлергә, тигән ҡарарға килеүе хаҡында әйтте. Премьер рәсәйлеләрҙе дарыу менән тәьмин итеүҙә өҙлөк булырға тейеш түгел, тип белдерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика