Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Сентябрь 2011, 18:27

«Каруанһарай» сауҙа-эш комплексында үткән фотокүргәҙмә еңеүсеһе автомобиль менән бүләкләнде

Өфөнөң «Каруанһарай» сауҙа-эш комлексында Башҡортостан Республикаһының тәбиғәтенә арналған фотокүргәҙмә асылды. Уны асыу тантанаһында төрлө уйындар ойошторолдо. Фотокүргәҙмәгә килеүселәрҙең барыһы ла уйындарҙа ҡатнашып, бүләккә һауа шарҙары алды.
Фотокүргәҙмәлә республиканың билдәле фотографтары ҡатнашты. Жюри ағзалары иң яҡшы эштәрҙе һайлап алып, уларҙың авторҙарына ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. «Аркада» идара компанияһының маркетинг һәм реклама бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, фотокүргәҙмәлә еңеү яулаусы өр-яңы автомобиль менән бүләкләнде.
Автор:Рәсүл Хәмиҙуллин
Читайте нас: