18:49 (UTC+5), 05 Сентября 2011

«Башҡортостан» студияһының өс фильмы Ҡаҙан халыҡ-ара мосолман киноһы фестивалендә ҡатнашыуға һайлап алынды

Әлфиә Әһлиуллина
6 сентябрҙә асыласаҡ VII Ҡаҙан халыҡ-ара мосолман киноһы фестивалендә беҙҙең республиканан өс фильм тәҡдим ителәсәк. Был режиссер Рим Шәрәфетдиновтың «Һунарсы улы» тип аталған йәнһүрәте, режиссер Айнур Асҡаровтың ҡыҫҡа метражлы «Еңмеш» фильмы («ПитерКит» студенттар фильмдары фестивале призеры, ул шулай уҡ Канн фестивалендә конкурстан тыш күрһәтелгән) һәм Булат Йосоповтың «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән «13-сө раунд» фильмы.
«Башинформ» агентлығына киностудияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл һайын үткәрелеүсе мосолман киноһы фестивале «Мәҙәниәттәр диалогы аша аралашыу мәҙәниәтенә» девизы аҫтында Ҡаҙанда 6 -11 сентябрҙә үтәсәк. Фестиваль Рәсәй Хөкүмәте, Татарстан
Республикаһы Президенты, Рәсәйҙең һәм бөтә донъяның күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ярҙамында ойошторола.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика