07:14 (UTC+5), 05 Сентября 2011

Башҡортостан гүзәле «Йәшел муйынсаҡ» матурлыҡ эко-конкурсы финалына сыҡты

Галина Бахшиева | фото: Галина Бахшиева
Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе Лилиә Ғәләүетдинова Рәсәйҙә тәүгә үткәрелгән «Йәшел муйынсаҡ» матурлыҡ эко-конкурсы финалына сыҡты. Сара әле Краснодар крайында үткән «ЭКА МИР–2011» бөтә Рәсәй экологик башланғыстар форумы сиктәрендә ойошторола.
Конкурсты ойоштороусылар киләһене күрһәтергә теләй: бөгөнгө көндә гүзәллек – ул матур ҡиәфәт һәм шарм ғына түгел, ә экологик йәһәттән аңлы, тәрбиәле булыу ҙа, ер-әсәбеҙгә эштәр менән ярҙам итергә теләү һәм әҙер булыу. Шуның өсөн конкурста ҡатнашыусылар экология өлкәһендә әүҙем позициялы, үҙҙәренең экологик проекттарын булдырып, уларҙы тормошҡа ашырыу менән мәшғүл булырға тейеш.
— Дөйөм алғанда «Йәшел муйынсаҡ» матурлыҡ эко-конкурсында 60-тан ашыу һылыу ҡатнашты. Әле 14 ҡатнашыусы ғына ҡалды. 6 сентябрҙә финал буласаҡ, һәм беҙҙең бер генә минут буш ваҡытыбыҙ ҙа юҡ, төрлө фотосессия, масер-кластары, конкурстар көн дә ойошторола, - тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Рәсәйҙә беренсе матурлыҡ эко-конкурсы финалына сығыусы Лилиә Ғәләүетдинова.
— «Йәшел муйынсаҡ» конкурсында еңеүсе булырмынмы – уныһын белмәйем, - тип дауам итә Лилиә Ғәләүетдинова. – Мин үҙемде тейешенсә баһалайым, шуға күрә конкурста лайыҡлы ҡыҙҙың еңеп сығыуы минең өсөн мөһим. Әлбиттә, еңеүсе булырға теләр инем. Матурлыҡ конкурсының иң һылыу ҡыҙы тигән исем ысынында ли тик исем генә булырға тейеш түгел, тип иҫәпләйем. Минең ҡарашҡа, яңы исем яулап, халыҡҡа ниндәй ярҙам килтерә алыуың тураһында уйлау мөһим.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика