Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
-0.02
91.12
-0.38
70.69
+2.05
16+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Сентябрь 2011, 11:15

Рөстәм Хәмитов 5-се республика мәктәп-интернаты спорт комплексын асты

Беренсе сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов спорт профилле 5-се республика мәктәп-интернаты спорт комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты. Сарала уҡыусылар Президентҡа үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Һуңғы ун ике йыл эсендә спорт мәктәбен тамамлаусылар төрлө спорт төрҙәре буйынса 75 тапҡыр донъя, Европа, Олимпия һәм Паралимпия уйындары чемпионы булған. Спортсылар исеменән ошо мәктәпте тамамлаусы, Афинала Паралимпия уйындары чемпионы, Пекинда Паралимпия уйындары призеры Елена Паутова сараға йыйылыусыларҙы сәләмләне. Республика Президенты балаларға спорт комлексының оҙаҡ хеҙмәт итеүен теләне.
— Ҡәҙерле дуҫтар, бер нисә ай барған көсөргәнешле һәм ауыр эштең, ниһайәт, комплексты төҙөп бөтөп, сафҡа индерелеүе менән тамамланыуын беләһегеҙ. Төҙөүселәргә, был эштә ҡатнашҡан барлыҡ кешеләргә оло рәхмәтемде белдергем килә, - тине Рөстәм Зәки улы. - Әлбиттә, был комплекс – бүләк тә түгел, был беҙҙең уҡыусылар, балалар, спортсылар алдында булған бурысыбыҙ. Рәсәй Федерацияһында бындай комплекстар күп түгел. Һәм ошо залдарҙа илебеҙҙең яңы чемпиондары, спорт оҫталары тәрбиәләнәсәгенә иманым камил. Бөгөн спорт – беҙҙең өсөн иң кәрәкле нәмәләрҙең береһе. Киләсәктә лә ошондай комплекстарҙың республикала, Өфөлә төҙөлөүенә бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ.
Бынан һуң Башҡортостан Президенты комплекстың барлыҡ бүлмәләрен ҡарап сыҡты, тренерҙар һәм спортсылар менән аралашты. Мәктәп-интернат спорт комплексы өс залдан ғибәрәт. Комплекс биләмәһендә футбол майҙаны, йүгереү юлдары булған стадион да бар. Киләсәктә белем биреү учреждениеһының уҡытыу корпусын, шулай уҡ уҡыусылар йәшәгән корпусты реконструкциялау, ашхана һәм дөйөм ятаҡ төҙөү планлаштырыла.
Белешмә өсөн. 5-се мәктәп-интернатҡа күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән булған балалар өсөн 1961 йылда нигеҙ һалына. 1999 йылда ул спорт йүнәлешендәге урта белем биреү 5-се республика мәктәп-интернаты булып эшен дауам итә. Бөгөн интернатта 280 тәрбиәләнеүсе белем ала. Улар иҫәбендә - 17 етем бала һәм социаль етемдәр. Мәктәптә 22 уҡытыусы, 19 тәрбиәсе һәм 16 тренер-уҡытыусы эшләй. Спорт комплексы 2010 йылда республика Социаль маҡсатлы программалар фонды средстволары иҫәбенә төҙөлә башлағайны. Объект төҙөлөшөнә 209 миллион һум аҡса тотонолған.
Автор:Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: